Онотторорға тырыштылар - онотолманы!
Әлегеһе мәл күңелдәрҙең тулышҡан сағы...
Башымдан ниндәй генә уйҙар үтмәне лә, күңелемдә ниндәй генә хистәр тыуманы бөгөн! Был донъяла һис бер нәмә юҡҡа ғына түгел икән шул, дуҫтар. Эйе, тап шулай, юҡҡа ғына түгел:
- 11 ғинуарҙа, Бөтә донъя рәхмәт көнөндә Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов арабыҙҙан 88 йәшендә китеп барҙы...
Аллаһ Тәғәлә был көндө юҡҡа ғына һайламағандыр... Халҡына, рәхмәт өсөн түгел - рәхмәтле булып (!), күпме изгелек һәм игелек эшләгән, тоғро хеҙмәте менән Ил Ағаһы исемен яулаған, Беренсе Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улын, Рәхмәт көнөндә рәхмәттәр әйтеп, мәңге иҫләһендәр өсөн тап ошо көндә уны үҙенә алғандыр Хоҙай... Ул бит барыһын күрә, барыһын белә.
Ана, дөрөҫлөк барыбер өҫкә сыҡты! Онотторорға тырыштылар - онотолманы, батырырға тырыштылар - батманы, бысратып маташтылар - бысранманы!
"Таш менән атҡанға ла - аш менән ат",- тигән халыҡ һүҙенә һуңғы көндәренә тиклем тоғро ҡалды ул . Етәкселектән киткәс, уның ҡысҡырып түгел - өнһөҙ эшләгән, оло хөрмәткә лайыҡ, хәйриә эштәрен әле күптәр, бик күптәр белмәне, ә кемдәрҙер белдерергә теләмәне... Телевидение, радио, матбуғат күрмәмешкә һалышты, ә ул түҙҙе, рәнйешен күрһәтмәне, башын баҫып эшләй бирҙе...
Айҙар түгел, йылдар үтте. Өмөттәре бер уянды, бер һүнде. Дуҫтары ла һирәгәйҙе, хыял мәсете лә етемһерәп тороп ҡалды...
Зинһар, яҙғандарымды йәлләү тиеп ҡабул итмәгеҙ: Мортаза Ғөбәйҙулла улы меҫкендәрҙән булманы! Мин уның менән ғорурланам.
Башҡорт Илен данлаған, башҡорт Ерен ҙурлаған, башҡорт Телен һаҡлаған, Башҡортостанда йәшәгән бар милләткә хөрмәт менән ҡараған Ил Ағаһына иң ҙур баһа - ул халыҡ Һөйөүе!
Халыҡ һөйөүенән дә ҡәҙерлерәк нимә бар һуң донъяла?!. Халыҡ һөйөүе әҙәм балаһын бейеклеккә лә, бөйөклөккә лә күтәрә, ә дәрәжә...
Дәрәжә ул, бөгөн бар - иртәгә юҡ.
@ Наилә Сәфәрғолова
***
Бик дөрөҫ фекер!!!
#МортазаРәхимов #МуртазаРахимов #Президент #ИлАғаһы #Башҡортостан #Башҡорттар #Башкортостан #Башкиры #Шәхес #Өфө #Уфа