...Элек бик матур ғәҙәт була торғайны: кеше йортона ингәс, йорт-ергә - именлек, муллыҡ, бәрәкәт, ә йорт хужаларына
сәләмәтлек, бәхетле ғүмер теләп доға ҡылалар ине...
Хәҙер заманалар башҡа, кешегә кереү ҙә һирәк күренеш, ултырып доға ҡылыу ҙа онотолоп бара.
Шул доғаны иҫкә төшөрәйек әле.
Йортҡа (нигеҙгә) доға ҡылып теләк теләү.
Аллааһүммә раббәнәә әңзилнәә мүңзәләм мүбәәракә үә әңтә хайруль мүңзилиинә раббәнәә әәтинә фиддүньйәә хәсәнәтә үә фил әәхыйрати хәсәнәтә үә кыйнәә гәзәәбә ннәәр.
Әй, рәхимле, шәфҡәтле Раббым, ерҙәр дә, күктәр ҙә Һинең әмереңә буйһона! Бөтә һөйөнөстәр һәм хәсрәттәр Һинең ҡулыңда!
Әй, Раббым, теләгән бәндәләреңә һәм теләгән ерҙәргә Һин бәрәкәттәр бирәһең!
Теләһәң, ул бәрәкәттәрҙе ала ла алаһың.
Әй, Раббым, ошо нигеҙҙәргә бәрәкәтеңде, рәхмәтеңде, нурыңды һәм һаҡсы фәрештәләреңде индер.
Ошо нигеҙҙә йәшәүсе бәндәләреңдең тәндәренә — сихәт, йәндәренә — тыныслыҡ, ҡәлебтәренә (йөрәктәренә) һиҙийәт нурын индер һәм араларына өлфәт мөхәббәттәр насип ит.
Әй, Хафиз булған Аллаһ, уларҙың нигеҙҙәрен һәм үҙҙәрен күҙҙәр күрә алған һәм күрә алмаған бөтә насарлыҡтарҙан һаҡла!
Бигерәк тә ут бәләләренән, һыу баҫыуҙарҙан, ел-дауылдарҙан, ҡараҡтарҙың насар эштәренән һаҡла!
Ошо нигеҙҙәрендә һөйөнөп, шатланып, киң ризыҡтар менән ризыҡланып оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен насип ит!
Светлана Хәкимова яҙмаларынан
***
Әйткәндәй, был күркәм йола: өйгә ингәс һәм күрешкәндән һуң доға ҡылыу күрше өлкәләрҙәге башҡорт ауылдарында һаҡланып ҡалған.
Ә һеҙ йәшәгән ауылда һаҡланамы?
Картина: Әхмәт Лотфуллин
#Башҡортостан #БашҡортЙолалары #АҫабаБашҡорттар #Башҡорттар #Башкиры #Өфө